+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Сентябрь 2022, 17:39

«Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» конкурсы үткәрелә

18-20 сентябрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үткәрелә.

«Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» конкурсы  үткәрелә
«Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» конкурсы үткәрелә

Конкурс «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы майҙансығының береһе буласаҡ. Конкурстың  маҡсаты - йөк машинаһы водителенең ролен күтәреү һәм популярлаштырыу, һөнәри белемдәрен камиллаштырыу, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа хәүефһеҙ йөрөтөү стереотиптарын булдырыу.

       18 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 10-да «Өфө-Арена» майҙансығында конкурсты рәсми асыу тантанаһы буласаҡ. Иң яҡшыһы кем икәнлеген асыҡлау өсөн Башҡортостанға Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 30 муниципаль берәмегенән 55 транспорт ойошмаһы вәкиле килеүе көтөлә.

    Конкурста ҡатнашыусыларға водитель оҫталығы буйынса һынау үтергә тура киләсәк, уға махсус трасса буйынса йөк машинаһын йөрөтөү, теоретик белемде һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тикшереү инәсәк. Шулай уҡ ярышта трасса  буйлап мөмкин тиклем һаҡ (тигеҙ һәм хәүефһеҙ) хәрәкәтте күҙ уңында тотҡан «Нескә йөк» конкурсы, йәғни автомобиль кузовына һыу тултырылған асыҡ контейнер ҡуйыла һәм водителдең бурысы - бөтә күнекмәләрҙе эҙмә-эҙлекле үтеп, старттан финишҡа тиклем контейнерҙағы  һыуҙы  ҡойолтмайынса алып барыу еткереү.

      Конкурс трассаһы водителдәрҙең көндәлек эшмәкәрлегендә осраған хәлдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Ярыштар 2 категорияла үтә: 10 тоннаға тиклем йөк күтәреүсе автомобилдәр һәм 10 тоннанан ашыу йөк күтәреүсе автомобилдәр. Һәр төркөмгә айырым көн бирелә.

      Конкурстың дөйөм приз фонды 1 000 000 һум тәшкил итәсәк. Конкурсты ойоштороусылар  булып Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы һәм Автомобиль транспорты ғилми-тикшеренеү институты («НИИАТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) тора.

«Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» конкурсы  үткәрелә
«Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» конкурсы үткәрелә
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: