+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2022, 09:55

Балалар юл ҡағиҙәләрен белһен өсөн

Красная Башкирия урта мәктәбендә юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинеты асылды. Ул РФ ДӘүләт Дукмаһы депутаты З. З. Байғусҡаровтың инициативаһы менән депутат наказдары аҡсаһына булдырылды.

Балалар юл ҡағиҙәләрен белһен өсөн
Балалар юл ҡағиҙәләрен белһен өсөн

– Мин юл-транспорт ваҡиғаларында балаларҙың һәләк булыуҙарына, йәрәхәтләнеүенә йәки ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыуҙарына битараф ҡала алмайым. Республикала меңәрләгән бала юлдарҙа ҡазалана. Әгәр улар кесе йәштән юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһә, һанлаһа, ҙур һәләкәттәрҙән ҡурсаулы буласаҡ. Был республикала 25-се кабинет, киләсәктә депутат аҡсаһын фәҡәт ошо маҡсатҡа йүнәлтәсәкмен, – тине ул асыу тантанаһында.

Проект  сиктәрендә депутат тағы бер идеяһын тормошҡа ашырмаҡсы. Ул – беренсе класс уҡыусыларын ант биреү рәүешендә йәйәүлеләр сафына ҡабул итеү, бүләккә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдәләре булған рюкзак һәм юл ҡағиҙәләре буйынса сағыу һүрәтле китапсыҡтар әҙерләү.

Ә ниңә проект өсөн нәҡ Красная Башкирия мәктәбе һайланған? Эргәлә ҙур ҡала урынлашҡан, ауыл үҙе лә ҙур, тәбиғи халҡы ла, балалары ла күмәк, быларға ярашлы транспорт ағымы көслө. Мәктәптә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинеты булдырылыуы көнүҙәк һәм ул бында белем алыусы 402 баланың именлеге һағында хеҙмәт итәсәк. ЮХХДИ инспекторҙарын саҡырырға, шулай уҡ ауылда урынлашҡан ике балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн дә хәүефһеҙлек дәрестәрен үткәрергә мөмкин. Махсус йыһазландырылған класс булдырылыуы өсөн бөтә уҡыусылар, мәктәп коллективы һәм ата-әсәләр исеменән директор Н. М. Абдуллина Дәүләт Думаһы депутатына рәхмәт белдерҙе.

Кабинетты матди-техник йыһазландырыуға 200 мең һум аҡса бүленгән. Ҡағиҙәләргә өйрәтеүсе “Һөйләшеүсе” светофор, юл билдәләре, уйындар һатып алынған. Уҡыу бүлмәһенә парталар һәм таҡта ла бар.

Мәктәптең йәш юл инспекторҙары отряды етәксеһе Л. Р. Ғәбитова тәүге дәресте иң кескәй уҡыусыларға бирҙе. Балалар светофорҙың кәңәштәрен тыңланы, педагог үткәргән уйындарҙа ҡатнашты. Беренсе дәрескә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ЮХХДИ инспекторы И. И. Дәүләтҡолова ла килде. Ул юл ҡағиҙәләре тураһында һөйләгәндән һуң, уҡыусыларға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдәләр таратты. Ҡараңғы мәлдә урамда йөрөгәндә шәхси хәүефһеҙлек өсөн бындай элементтар һәр уҡыусының өҫ кейеменә беркетелергә тейеш, тип аңлатты полиция лейтенанты.

Балалар юл ҡағиҙәләрен белһен өсөн
Балалар юл ҡағиҙәләрен белһен өсөн
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: