Хәүефһеҙлек
23 Сентября 2022, 04:25

Мобилизация шарттарында кемдәрхәрби хеҙмәткә алынасаҡ?

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу «Россия 24» телеканалына интервьюһында мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу «Россия 24» телеканалына интервьюһында мобилизация шарттарында кемдәрҙең хәрби хеҙмәткә алынасағына асыҡлыҡ индерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандар, хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм һуғыш тәжрибәһенә эйә булғандар мобилизацияланырға тейеш.

«Улар армия тураһында белмәгән-күрмәгән кешеләр түгел. Суденттарҙы мобилизациялау хаҡында һүҙ бармай. Тыныс ҡына уҡыһындар. Хәрби хеҙмәттәге һалдаттар ҙа мобилизацияланмай, уларҙы махсус хәрби операция барған ергә ебәрмәйҙәр», — тип билдәләне ул.

Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 25 миллионға яҡын кеше тәшкил итә, уларҙың 1% ашыуырағы (300 мең самаһы) өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас