-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Сентябрь 2022, 12:50

Бында хәҙер – заманса магистраль

Баш ҡалала Ибраһимов бульварында капиталь ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә.

Бында хәҙер – заманса магистраль
Бында хәҙер – заманса магистраль

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты объекты булған был урам –  ҡалалағы урам-юл селтәренең иң көсөргәнешле участкаларының береһе, тип билдәләйҙәр “Информавтодор”ҙа.

Бөгөн был юл заманса магистралгә әүерелгән. Участканың оҙонлоғо 1,7 саҡрым тәшкил итә. Ремонт барышында юл сите таштары яңыртылған, техник һыҙаттар йыһазландырылған. Белгестәр һыу үткәргестәрҙең, ямғыр канализацияһының, тышҡы канализация селтәренең, элемтә линияларының люктарын, шулай уҡ электр тапшырыу линияларының кабелдәрен алмаштырған. Юл ҡатламын яңыртыуҙан тыш, тышҡы электр уты селтәрен яңыртыу, юл билдәләрен ҡуйыу һәм тамғалар һыҙыу буйынса эштәр башҡарылған. Тиҙҙән бында яңы светофорҙар ҡуйыу күҙаллана.

Йәйәүлеләр ҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй. Капиталь ремонт барышында подрядсы Ибраһимов бульварындағы скверҙа тротуарҙы тулыһынса яңыртҡан. Уңайлы мөхиткә ҙур иғтибар бүленгән - ер өҫтө үткәүелдәре урындарында һөҙәк төшөү урыны  ҡаралған, бордюр ташының бейеклеге ер кимәленә тиклем еткерелгән. Ошоға ярашлы, мөмкинлектәре сикле кешеләргә, коляскалы әсәләргә, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өлкән йәштәгеләргә бульвар буйлап йөрөү уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ил юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелгән. Милли проекттың төп маҡсаты - 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғаһында үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу  2019 йылда башланғайны.

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: