+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Сентябрь 2022, 14:20

Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 1-се кластарҙы йәйәүлеләр сафына алыу сараһы уҙғарылды.

Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә
Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә

19-23 сентябрҙә Бөтә Рәсәй хәүефһеҙлек аҙналығы уҙҙы.  Уның сиктәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар юл-транспорт йәрәхәтләнеүҙәрен профилактикалау йүнәлешендә эшләне. Район буйынса 10 мәктәптә булып, уҡыусылар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса әңгәмәләр, инструктаждар үткәрҙе.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 1-се кластарҙы йәйәүлеләр сафына алыу сараһы уҙғарылды. Балалар етди Светофор менән бергә Белмәҫйәндең хаталарын төҙәтте. Уҡыусылар уйын формаһында йәйәүлеләр белергә тейешле юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, “Өй-мәктәп-өй” маршруты буйынса фекер алышты,  йәйәүлеләр хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшерҙе. Йәш йәйәүлеләр юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте, юлда иғтибарлы, һаҡ булыу зарурлығы тураһында ант һүҙҙәрен ҡабатланы. Юл хәүеһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Илсиә Дәүләтҡолова уларға юл ҡағиҙәләре яҙылған китапсыҡ таратты һәм яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы брелоктар бүләк итте.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: