-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2022, 10:15

Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә

Полиция хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына тарыуының сәбәптәре, юл ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәге төп хаталар тураһында фекер алышты.

Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә
Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә

Сиҙәм урта мәктәбендә XIII-XI класс уҡыусылары ҡатнашлығында йыйылыш уҙҙы. Полиция хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына тарыуының сәбәптәре, юл ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәге төп хаталар тураһында фекер алышты. Әңгәмә ваҡытында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән өсөн бәлиғ булмағандар ниндәй енәйәти һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары тураһында ла иҫкәртелде.

Йыл башынан районда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 16 йәшкә тиклемге өс бала һәм 18 йәшкә тиклемге ике үҫмер зыян күргән. Нигеҙҙә улар пассажир булараҡ аварияларға осраған. Бер осраҡ бәлиғ булмаған йәйәүлегә һәм тағы ла берәүһе бәлиғ булмаған водителгә бәйле.

Йыл дауамында биш ата-әсәгә ҡарата балалары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ эш асылған.

Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә
Хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: