+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2022, 17:30

Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

Милли проект нисек тормошҡа ашырыла?

Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн
Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

2022 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектын (национальный проект "Безопасные качественные дороги") тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 90 проценты маҡсатлы тотонолған, йәмғеһе ошо тармаҡҡа 248,5 миллиард һум һалынған.

Был турала Рәсәй Федераль юл агентлығының Төбәк үҫеше һәм милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ етәксеһе Радик Фаразетдинов Мәскәүҙә үткән Юл агентлығы идараһы ултырышында белдерҙе.

"Әле юл эштәрен башҡарыуҙың иң әүҙем осоро. Төп күләм 3-се квартал аҙағы - 4-се квартал башында файҙаланыуға тапшырыла. Бөгөнгә аҡсалата башҡарыу тураһында һүҙ барһа, Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән сумманың 78 проценттан ашыуы маҡсатлы тотонолған", — тине транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Быйыл Башҡортостанда милли проект нигеҙендә 200 километрҙан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар, туғыҙ күпер рәткә килтерелә. Юл төҙөлөшө эшмәкәрлегенә федераль бюджеттан Башҡортостанға 6,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бирелгән. Шул сығымдарҙың 3,6 миллиард һумдан күберәге "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын тормошҡа ашырыуға тотонолған.

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектын тормошҡа ашырыу арауығында урындағы әһәмиәттәге 1151 километр оҙонлоғондағы йәмәғәт юлдары тәртипкә килтерелде. Өс йыл эсендә генә милли проектҡа 19,5 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан ете миллиард һум аҡса бүленгән.

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" – Рәсәй Транспорт министрлығының программаһы. Ул 85 төбәктә һәм 105 ҡала агломерацияһында эшләй башлаған. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик маҡсаттары тураһында"ғы Указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла, федераль һәм төбәк бюджеттарынан финанслана.

Фото: РБК

Автор:
Читайте нас: