+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2022, 10:40

Йәш юл инспекторҙары һынау тотто

Йәш юл инспекторҙарының “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсының район этабы үтте.

Йәш юл инспекторҙары һынау тотто
Йәш юл инспекторҙары һынау тотто

Байым урта мәктәбе базаһында уҙған онкурсты район мәғариф бүлеге эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе менән берлектә ойошторҙо. Уны үткәреүҙә район хакимиәте һәм “Урал аръяғы йәмәғәт инициативалары союзы” йәмәғәт ойошмаһы ярҙам итте.

Район этабында 13 мәктәп ҡатнашты. Командалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, беренсе ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре буйынса станцияларҙа белемдәрен күрһәтте, велосипедта фигуралы йөрөүҙә ярышты. Уҡыусыларға яҡшы белем кимәленән тыш отҡорлоҡтарын һәм ижади һынауҙа артислыҡ һәләттәрен дә күрһәтергә тура килде. Бөтә командалар ҙа конкурста максималь тырышлыҡ һалды. Сөнки еңеүсе командаға йәш юл инспекторҙанының республика ярышына барыу бәхете йылмаясаҡ бит!

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Сиҙәм урта мәктәбе командаһы еңеүсе тип табылды. Икенсе урынды – Таштимер, өсөнсөнө Байым урта мәктәптәре командалары бүлеште.  Бынан тыш, төрлө номинациялар билдәләнде. Йәш юл инспекторҙары конкурсы үҙ-ара дуҫтарса күңелле мөхиттә, бер тында үтеп китте. Еңеүселәр грамоталар һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыусы һәр уҡыусыға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы билдәләр тапшырылды.

Йәш юл инспекторҙары һынау тотто
Йәш юл инспекторҙары һынау тотто
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: