+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Ноябрь 2022, 15:31

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә

Туймазыла көйләү эштәренән һуң йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртеү ҡеүәте булған сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылған.

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә
Сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә

Бәләбәйҙә лә  шундай уҡ объект төҙөлөү өҫтендә, уны киләһе йылға төҙөп  файҙаланыуға тапшырырға уйлайҙар. Әйткәндәй, үткән  йылда  Архангел, Күгәрсен, Дыуан райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлөп сафҡа инерелгәйне.

      “Беҙ системалы рәүештә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарын  эшкәртеү өлөшөн арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, ошо күрһәткестең әһәмиәте 44,2% тәшкил итте, был Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестән 5,8 процентҡа юғарыраҡ”, ти билдәләне Республика Башлығы Радий Хәбиров.

      Сорттарға айырыу ҡалдыҡтарҙы полигондарҙа күмеү күләмен кәметергә, тирә-яҡ мөхиткә экологик тәьҫирен кәметергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә был изге бизнес, ҡалдыҡтарҙан икенсел файҙаланыу өсөн пластик, быяла, алюмин, картон сығарыла. Был процестарҙа сүп-сарҙы айырым йыйыу ҙа мөһим. Октябрьскийҙа, Туймазыла һөҙөмтәләр яҡшынан һанала.

       Дөйөм алғанда, Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтарында төрлө төҫтәге бактар һаны арта бара, пластик шешәләр һәм алюмин банкалар ҡабул итеү өсөн фандоматтар ҡуйыла. Өҙтәүенә, Республика яҡын арала Федераль субсидия иҫәбенә айырым йыйыу өсөн тағы 11 393 контейнер һатып алырға ниәтләй, улар киләсәктә ҡала-райондарҙа урынлаштырыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: