+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь 2022, 09:44

Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!

Заман алға барған һайын, мутлашыу төрҙәре лә тик арта ғына бара. Нисек итеп мутлашыуҙы айырырға һәм уның ҡорбаны булмаҫҡа?

Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!
Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!

Пластик карталар

Хәҙер аҡсаларҙы пластик карталарҙа һаҡлау ғәҙәти күренешкә әйләнде. Тәү ҡарашҡа аҡса ышаныслы һаҡлана, карта һәр саҡ ҡул аҫтында, ҡулаҡса алыуға, йә булмаһа магазинда әйбер алыу өсөн бары пин-кодты белеү етә. Әммә, барыһы ла улай шыма ғына түгел шул. Банк карталарын ҡулланып мутлашыу тарала бара, мутлашыусылар карта иҫәбенән аҡса алыу маҡсатында яңынан-яңы схемалар, махинациялар уйлап таба. Шуға ла бурҙар «ҡорбаны» булмау, үҙ аҡсаларығыҙҙы һаҡлау өсөн бындай урлашыуҙың төрҙәрен һәм ысулдарын белеп, уларҙан һаҡланыу кәрәк.

 

Банк карталары менән мутлашыу төрҙәре

Банк картаһын финанс донъяһының иң универсаль сараһы тип әйтеү яҙыҡ булмаҫ. Сөнки эш хаҡы, пенсия һымаҡ, хатта кредит та күптән картаға күсерелә. Уныдонъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡулланырға, хатта интернет ярҙамында икенсе ҡитғаларҙан да әйбер һатып алырға була. Шул уҡ ваҡытта пластик картанан аҡса урлауға бәйле енәйәттәр арта. Уларҙың күпселеге карта хужаларының иғтибарһыҙлығына, үтә ныҡ ышаныусанлығына бәйле. Картанан урлашыуҙың ысулдары күп. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым туҡталыу кәрәктер.

 

Телефон аша

Әгәр банк картаһы телефон һандарына бәйле булһа, мутлашыусылар быны ла үҙ файҙаһында ҡуллана ала. Мәҫәлән, телефон йәки сим-карта юғалып (урланып), енәйәтсе ҡулына эләгә икән, улар һеҙҙең интернет-банкингты алды тиергә була. Улар һеҙҙең карталағы аҡсаны бер ҡаршылыҡһыҙ икенсе иҫәпкә күсерә аласаҡ. Унан тыш, мутлашыусылар мобиль операторҙың сайтын «емереп», ҡулланыусының смс-хәбәрҙәрен икенсе адресҡа йүнәлтеп, мобиль йәки интернет-банкҡа инеү мөмкинлеген алыуы бар.

 

СМС-мутлашыу

Кредит карта эйәһенә картаһы блокировкаланыуы хаҡында СМС-хәбәр килә. Уны блоктан сисеү өсөн смс-хәбәрҙә күрһәтелгән йәнәһе лә финанс учреждение операторы номерына шылтыратыу һорала. Шылтыратҡан осраҡта мутлашыусы үҙен банк вәкиле тип таныштырып, картаны блокировканан сисеү өсөн тигән һылтау менән йәшерен мәғлүмәтте: карта номерын, код-һүҙҙе, пин-код һандарын һорашасаҡ. Әгәр ул һеҙҙән был мәғлүмәтте алһа, уға карталағы аҡсағыҙҙы икенсе иҫәпкә күсереү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

 

Сервис номерынан шылтыратыу

Һуңғы арала Һаҡлы банкы карталары ярҙамында мутлашыу осраҡтары билдәле. Бының өсөн мутлашыусылар ойошманың сервис телефоны һандарын ҡуллана. Ҡорбандың телефонынан 900 һандарынан билдәле суммала аҡса күсереүҙе һорап, смс-хәбәр килә. Йәнәһе лә уның өсөн яуапҡа код ебәрергә кәрәк, йәиһә аҡса 600 секунд эсендә күсәсәк.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Һаҡлыҡ банкының рәсми телефонынан (8-800-555-5550) шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте белгесе тип танытып, клиенттан кодты һәм «отмена перевода» тигән һүҙҙәрҙе яҙып, яуап смс ебәреүҙе һорай. Әгәр яуап бирһәгеҙ, карталағы аҡсағыҙ, Һаҡлыҡ банкы «хеҙмәткәре» кеүек үк, юҡҡа сығасаҡ.

 

Электрон һәм электрон булмаған фишинг

Урлашыуҙың был төрөн «ҡармаҡҡа тотоу» тип тәржемәләргә була. Был ысулды ҡулланған мутлашыусылар электрон почтаға йәки телефонға кредит картаһы мәғлүмәттәрен һорап хәбәр ебәрә. Мәҫәлән, түләү системаһы йәки банк үткәргән акция тип яҙалар. Бындай хәбәр алған һәр кем уның алдаҡ булыуын белергә тейеш. Бер генә банк ойошмаһы ла клиенттарҙың шәхси мәғлүмәтен «ҡармаҡлау» маҡсатында ундай хаттар ебәрмәйәсәк.

 

Ялған интернет-магазин

Уғрылар, бер ҡатлы һатып алыусыларҙың аҡсаһына хужа булыу маҡсатында, күптән интернет киңлегенә үтеп инде. Мәҫәлән, улар кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ, бик арзан хаҡҡа әйбер, кейем-һалым тәҡдим иткән интернет-магазиндар аса. Түләү, әлбиттә, карта ярҙамында ғына. Сөнки аферистарҙың маҡсаты бер — карточканың мәғлүмәтен, интернетта түләү мөмкинлеге биргән cvv-кодты (картаның артындағы өс һан) белеү.

 

Картаны мутлашыусыларҙан нисек һаҡларға?

Пластик картаны банкоматҡа ҡуйыр алдынан унда бер ниндәй ҙә шикле накладкалар (улар, ғәҙәттә, төҫө менән айырыла) булмауына инанығыҙ. Әгәр картағыҙ менән контактһыҙ (халыҡта «вай-фай» тип таралған ысул) иҫәпләшеп була икән, пин-кодһыҙ түләүҙең минималь лимитын билдәләгеҙ, йә булмаһа ул төрҙө бөтөнләй туҡтатығыҙ. Картағыҙҙы йөрөткән янсыҡҡа фольга һалһағыҙ, ул да аҡсағыҙҙы урлаусыларҙан һаҡлар.

Кредит картағыҙҙы кешегә бирмәгеҙ, пин-кодын әйтмәгеҙ. Билдәһеҙ сығанаҡтарҙан килгән смс-хәбәр йәки электрон хатҡа яуап итеп, аҡса күсермәгеҙ. Балансығыҙҙан аҡса алыныуын белһәгеҙ йәки шундай шик тыуһа, тиҙ арала банкка шылтыратып, картағыҙҙы блокировкаларға кәрәк.

 

Картанан аҡса юғалһа нимә эшләргә?

Иң беренсе, картаның артында яҙылған телефон һандары буйынса банк учреждениеһына шылтыратырға. Уларға карталағы аҡса юғалыуы хаҡында хәбәр итеп, уларҙың әйткәндәрен эшләргә кәрәк. Унан полиция бүлегенә барып, ғариза яҙырға ҡала.

 

Аҡсаны ҡайтарып буламы?

Әгәр клиент үҙе, йә булмаһа туғандары уның картаһын ҡулланып операция башҡармаған булһа, банкка юғалған аҡсаны ҡайтарыуҙы һорап ғариза яҙырға кәрәк. Банк баш тартҡан осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Юғалған аҡсаны ҡайтарыу бик ауыр, бигерәк тә пин-код ҡулланылған осраҡта. Шулай ҙа өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ.

 

Мутлашыу өсөн яуаплылыҡ

Енәйәт кодексы (159.3-сө статья) банк картаһын ҡулланып мутлашыуҙы енәйәт тип иҫәпләй һәм ғәйеплеләр, ҡануниәткә ярашлы, штраф, арест, мәжбүри эш йә булмаһа иректән мәхрүм итеү кеүек яуаплылыҡҡа тарттырыла. Штраф күләме, эш сәғәттәре һәм арест ваҡыты туранан-тура урланған аҡса күләменә һәм урлашыу яңғыҙ йәки төркөм менән башҡарылыуына бәйле.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: