+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ноябрь 2022, 09:28

Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар мотлаҡ булыуы мөмкин

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн яҡтылыҡты кире ҡайтарыусылар мотлаҡ булыуы мөмкин. Йәмәғәт палатаһы ойошторған "Мәктәпкә ниндәй юл хәүефһеҙ?" түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыусылар шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.  

Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар мотлаҡ булыуы мөмкин
Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар мотлаҡ булыуы мөмкин

Республика Дәүләт Автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, көҙ етеү менән йәйәүлеләрҙе, шул иҫәптән балаларҙы тапау юл-транспорт ваҡиғаларының иң таралған төрө булып ҡала. Мәҫәлән, республикала көн һайын бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы 2-3 юл фажиғәһе теркәлә, тип хәбәр итте түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы—БР буйынса ЮХХДИ-ның өлкән инспекторы Линар Зиннуров.

Уның һүҙҙәренсә, йыш ҡына авариялар ҡараңғы ваҡытта була, сөнки водителдәр ҡапыл килеп сығыусы йәйәүлеләрҙе күреп өлгөрмәй. Бындай аварияларға юл ҡуймауҙың иң яҡшы ысулдарының береһе - яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән кейем-һалым һәм аксессуарҙар ҡулланыу.

Статистика күрһәтеүенсә, кейемдә яҡтылыҡ сағылдырғыстар ҡулланыу йәйәүлеләрҙе тапап китеү хәүефен бер нисә тапҡырға кәметә.

"Мин ата-әсәләрҙе балаларҙың кейемен яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән йыһазландырыу, балалар юл аша үткәндә, шул иҫәптән ихата тирәһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, берәҙәк хайуандар менән эш итеү ҡағиҙәләрег тәрбиәләү мәсьәләһен үҙаллы уйларға саҡырам. Ата — әсәләр әүҙем ҡатнашмайынса, «өҫтән» һәм бойороҡ тәртибендә» балаларыбыҙҙың именлеген тәьмин итеү мәсьәләһендә максималь һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү — бик ҡатмарлы бурыс», - тип фекере менән уртаҡлашты Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат Булат Сафин.

«Хәҙер наклейкалар төрлө, балалар уларҙы ярата. Уларҙы мотлаҡ рәүештә башҡарғанда проблемалар булмаҫ, тип уйлайым. Мәҫәлән, һәр балаға класс фондынан 10 һум аҡса йыйырға мөмкин. Шулай уҡ бөтә республика буйынса ҙур акцияны мәғариф министрлығы аша үткәрергә кәрәк, был акцияла ҡатнашыу бурысы ла була», — тине Башҡортостан мәғариф Министрлығының Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Римма Ронжина.

"Мин был мәсьәләне республиканың мәғариф министры менән тикшерергә, һуңынан тиҙ арала аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә, бәлки, закондар сығарыу инициативаһы менән Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәм», — тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова.

Республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчишина түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын был мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү кәрәклегенә йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә республикала 49 мең самаһы бала мәктәпкә ойошҡан рәүештә йөрөй. Мәктәпкә юл хәүефһеҙлеге проблемалары алыҫта урынлашҡан ауылдар һәм ҡалалар, шул иҫәптән Өфө һәм ҡала яны халҡы өсөн хас.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: