Хәүефһеҙлек
30 Ноября 2022, 10:31

Тағы юл фажиғәһе

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртәнсәк Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 261-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария Нияҙғол ауылы янындағы трассала булған.  «Лада Гранта» менән «Лада Ларгус» бәрелешеүе арҡаһында «Гранта» пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе ваҡиға урынында йән биргән. «Ларгус» водителе һәм уның пассажирына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Ваҡиға урынында тикшереү башланған, авария сәбәптәре асыҡлана. 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас