+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь 2022, 17:50

Балалар юл ҡағиҙәләрен өйрәнә

Башҡортостанда "Хәүефһеҙ юлдар" олимпиадаһында 70 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. 

Балалар юл ҡағиҙәләрен өйрәнә
Балалар юл ҡағиҙәләрен өйрәнә

Башҡортостандан 77 меңгә яҡын уҡыусы Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен күрһәтте. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр.

Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән Олимпиадала ҡатнашыусыларҙы яңылыҡ көтә ине: уларға заманса юл гаджеттары йәлеп ителгән бурыстарҙы — хәрәкәт итеү сараларын үтәргә тура килде. Улар — электр самокаттар, гироскутерҙар, сегвей һәм башҡа тиҙ йөрөшлө транспорт менән идара итеү буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Бынан тыш, балаларға роликлы конькиҙә, скейтбордтарҙа һәм ябай самокаттарҙа хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен өйрәнергә тура килгән. Билдәле булыуынса, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте юл гаджеттарының статусын үҙгәртте һәм хәҙер уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән.

Шуға күрә Олимпиада алдынан ойоштороусылар — Федераль транспорт министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм «Милли өҫтөнлөктәр» АНО-һы менән берлектә ошо темаларҙы яҡтыртҡан махсус күнегеүҙәр әҙерләне.

Шул иҫәптән былтыр ҡатнашыусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырған һорауҙар ҙа бар. Был ҡыйынлыҡ ихатала хәрәкәт итеү һәм велосипедта йөрөү ҡағиҙәләренә.

Беренсе кластан алып туғыҙынсы класҡа тиклем бөтәһе 4,5 миллион Рәсәй уҡыусыһы юлдарҙа тәртип ҡағиҙәләрен белеүен күрһәтте. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 700 мең ҡатнашыусыға күберәк.

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты (нацпроект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә "Хәүефһеҙ юлдар" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үткәрелә. Рәсәй Федерацияһы премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин фекеренсә, был милли проекттың мөһим өлөшө булып юл хәрәкәтен файҙаланыусыларҙың хәүефһеҙлеген яҡшыртыу тора.

"Уның маҡсаттарының береһе – 2030 йылға юлда үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү. Был мәсьәләлә балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә. Әлеге маҡсатҡа өлгәшеү өсөн милли проект сиктәрендә юл участкалары төҙөлә һәм реконструкциялана, юл инфраструктураһы эшләнә, иң яҡшы технологиялар ҡулланыла. Әммә юлдарҙа хәүефһеҙлек күбеһенсә һәр беребеҙгә бәйле. Ә Бөтә Рәсәй «Хәүефһеҙ юлдар» олимпиадаһы өлкәндәргә һәм балаларға юлдарҙа хәүефһеҙ тәртип ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Хөснуллин.

Автор:
Читайте нас: