+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2022, 18:12

Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?

Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, автомобиль менән идара итеү тыйыла. Хоҡуҡ боҙоусыға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына, ә транспорт махсус туҡталҡаға ебәрелә

Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?
Ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән водитель таныҡлығы менән йөрөргә яраймы?

Мөһим. Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты - 10 йыл. Әгәр ҙә ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланһа, уны автоматик рәүештә өс йылға оҙайталар: vk.cc/cjEyIi

Водитель таныҡлығын срогы тулғансы нисек алмаштырырға?

ЮХХДИ бүлексәһенә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:

- ғәмәлдәге водитель таныҡлығы;
- паспорт;
- ғәмәлдәге медицина белешмәһе;
- дәүләт пошлинаһын түләү тураһында чек;
- ғариза.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәрендә бирергә, алдан уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә һәм медицина комиссияһы үтергә мөмкин, сөнки медицина белешмәләре 12 ай дауамында ғәмәлдә ҡала: vk.cc/cjEyJZ.

Яңы документ тапшырыр алдынан һеҙҙе фотоға төшөрәләр.

Штрафты ташлама менән нисек түләргә?

Штрафты ҡарар сыҡҡандан һуң 20 көн эсендә 50% ташлама менән түләргә мөмкин: http://vk.cc/cjEyHd

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: