Хәүефһеҙлек
16 Февраля 2023, 07:03

11 мең контейнер һатып алынған

Башҡортостан Хөкүмәте  кәңәшмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһе тикшерелде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

11 мең контейнер һатып алынған11 мең контейнер һатып алынған
11 мең контейнер һатып алынған

Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты 2030 йылға тиклем ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеүҙе тәьмин итеү һәм күмеүгә ебәрелгән ҡалдыҡтарҙың  күләмен ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйғайны. Уҙған  йылда Башҡортостанда ошоға ярашлы ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеп йыйыу өсөн 11 меңдән ашыу контейнер һатып алынған, ә магазиндарҙа һәм белем биреү учреждениеларында  пластик шешәләр ҡабул итеү өсөн 16 фандомат урынлаштырылған.

     Шулай уҡ, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡалдыҡтарҙы айырым туплау концепцияһын әҙерләгән. Уға ярашлы, юридик берәмектәр ҡалдыҡтарҙы айырып йыйған осраҡта контейнерҙар һанына һәм күләменә ҡарап коммерция килешеүҙәр төҙөй алалар. Быны күп фатир йорт хужалары ла ҡалдыҡтарҙы айырып идара итеүсе компаниялар аша һата ала, был дөйөм йорт ихтыяждарына сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирәсәк.

   Кәҫәшмә ҡарарына ярашлы, республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым туплау концепцияһын раҫларға һәм халыҡты сүп-сарҙы айырым йыйыуға һәм экологик белем биреүгә дәртләндереү буйынса төп саралар планын әҙерләргә ҡушылды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас