

Инвестициялар атмосфера һауаһына төшкән ауырлыҡты кәметеүгә, ерҙәрҙе рекультивациялауға, сәнәғәт ҡалдыҡтарын хәүефһеҙ утилләштереүгә, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеүгә һәм балыҡ ресурстарын тулыландырыуға йүнәлтелгән. Өфөлә урынлашҡан нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү комплексы предприятиелары тәбиғәтте һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә атмосфера һауаһына ауырлыҡты 6 процентҡа кәметеүгә өлгәшкән. «Башнефть» эйәрсән нефть газын (билдәләнгән норматив 95 процент) 96,15 процент кимәлендә файҙаланыуҙы тәьмин иткән.
Әйткәндәй, 2020 йылда «Башнефть» атмосфера һауаһына дөйөм йөкләмәне 8 процентҡа кәметкән. Башҡортостанда газ программаһы ярҙамында эйәрсен нефть газын рациональ файҙаланыу кимәле 96 процентҡа еткергәндәр, ә иң ҙур Арлан ятҡылығында ул 99 процентҡа еткән. 2020 йылда «Башнефть» тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса проекттарға 5,6 миллиард һум йүнәлткән. 2021 йылда «йәшел инвестициялар» 6,5 миллиард һумдан ашып киткән, ә һауаға йөкләмә 10 процентҡа кәмегән.