+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Март 2023, 12:30

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

 Көндәр йылыныу менән урмандарҙа янғын сығыу хәүефе арта. Урмандарҙа ут сығыуға юл ҡуймау  урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып тора ла инде.

Янғындарға юл ҡуймайыҡ!
Янғындарға юл ҡуймайыҡ!

Көндәр йылыныу менән урмандарҙа янғын сығыу хәүефе арта. Урмандарҙа ут сығыуға юл ҡуймау  урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы булып тора ла инде.

Ошоға бәйле урман янғындарын иҫкәртеү һәм ут сыҡҡан осраҡта уны һүндереү буйынса районда күнекмәләр үтте. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Кананикольск Ейәнсура, Күгәрсен урман хужалыҡтары, Белорет район-ара территориаль бүлек вәкилдәре, Башҡортостандың урман янғындарын һүндереү үҙәгенең урман янғындарын һүндереү станциялары  шулай уҡ 61-се янғын һағы көстәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Легенда буйынса патруллек иткәндә Ишкилде ауылы янында ергә ут тоҡаныуы асыҡланған. Уттың урман фонды ерҙәрен ялмап алыу ҡурҡынысы килеп тыуған.  Янғын һүндереүҙә 7 берәмек техника һәм 19 кеше ҡатнашты. Күнекмәләрҙе үткәргәндә республика урман хужалығы министрлығы диспетчер хеҙмәтенең, район берҙәм дежур хеҙмәтенең һәм Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризис хәлдәрҙә идара итеү үәҙгенең үҙ-ара бәйләнешле эш итеүе тәьмин ителде, мәғлүмәттәрҙе еткереүҙә тотҡарлыҡтар булманы, күнекмә бурыстары теүәл үтәлде.

–Был сара урман янғындарын һүндереү техникаһының техник торошон һәм уларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген, шулай уҡ янғын сыҡҡан осраҡта урман янғындарын һүндереүселәрҙең техниканы нисек һөҙөмтәле файҙаланыуын һәм үҙ-ара бәйләнешле эш итеүен баһаларға мөмкинлек бирҙе, – тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов күнекмәләрҙән һуң булған һөйләшеү барышында.

Шулай уҡ был көндө Ишкилде ауылында беренсе типтағы урман янғындарын һүндереү станцияһын асыу тантанаһы ла үтте. Был янғын һүндереү станцияһы махсус техника, автомобилдәр, элемтә бәйләнеше, ҡорамалдар һәм урман янғындарын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: