+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Март 2023, 12:05

Районда урман янғындарын һүндереү станцияһы барлыҡҡа килде

Ишкилде ағас эшкәртеү цехы биләмәһендә беренсе типтағы урман янғындарын һүндереү станцияһы асылды.

Ул  урман янғындарын ваҡытында иҫкәртеү, ут сыға ҡалһа, янғынға таралыуға юл ҡуймау һәм уларҙы тиҙ арала һүндереү маҡсатында булдырылды.

Станция махсус  техника, автомобилдәр, элемтә бәйләнеше, урман янғындарын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған.Атап әйткәндә, унда урман янғындарыниҫкәртеү һәм һүндереү өсөн автоцистерна, йөк автомомбиле, МТЗ-82, ТС-10, ДТ-75 тракторҙары, һабандар, бысраҡ һыу менән дә эшләгән мотопомпа, һыу һирптергестәр менән ранецтар, бензобысҡы, янғын һүндереү шлангылары бар. Спутник навигацияһы приборҙары, радиостанция,мобиль телефон, шәхси һаҡланыу саралары һәм янғын һүндереү станцияһында булырға тейешле башҡа бөтә ҡорамалдар менән бар.

Ошо уҡ көндө бында урман янығныдарын һүндереү буйынса штаб-команда учениелары үтте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: