-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Апрель 2023, 11:30

Водителдәр иғтибарына!

Республиканың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов  юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ашығыс иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте. 

"Әбйәлил һәм Белорет райондары биләмәләрендә ҡар яуҙы. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Транспорт саралары араһында тиҙ хәрәкәт, интервал һәм дистанцияны һаҡларға, йәйге тәгәрмәстәргә күсергә өлгөргән водителдәргә юлдарға сығыуҙан тыйылырға кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"- тип хәбәр итте ведомство етәксеһе. 

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: