+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Апрель 2023, 08:49

Янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелә

Башҡортостан Башлығы бойороғона ярашлы республикала 15 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелә.

Янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелә
Янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелә

Башҡортостан башлығы бойороғона ярашлы республикала 15 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелә. Уның буйынса республиканың башҡарма власть органдарына, урындағы үҙидара органдарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде.

Махсус режим – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманда усаҡ яҡмаҫҡа, йорт-ихатала сүп-сар үртәмәҫкә тигән сикләүҙәрҙе теүәл үтәү мөһим. Сөнки йылы көндәрҙә, байрам осоронда халыҡтың урманға сыға башлауы менән ут сығыу осраҡтары бермә-бер арта. Был хаҡта халыҡ араһында даими профилактик эш алып барылырға тейеш.

Уға ярашлы ауылда, йорт янында усаҡ яғыу, сүп-сар, үлән, ҡоро япраҡтарҙы үртәү, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә үләнгә, ағас-ботаҡтарға ут төртөү тыйыла. Урман янғындары осрағында ут ауылдарға, объекттарға күсмәһен өсөн урман буйҙарында минералләштерелған һыҙаттар эшләү зарур.

Бөтә биләмәләр буйлап даими рейдтар ойоштороу мотлаҡ.

Ауылдарҙа янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән техника төҙөк булырға, һыу цистерналары һыу менән тулы әҙер торорға, улар өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнергә тейеш.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: