-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2023, 09:49

"Профилактик десант" эшен башланы

Бәлиғ булмағандар буйынса комиссия рәйесе ағзалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт белгестәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм социаль хеҙмәткәрҙәр Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә комплекслы рейд үткәрҙе.  

"Профилактик десант" эшен башланы
"Профилактик десант" эшен башланы

Сараның төп маҡсаты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың көнүҙәк проблемаларын асыҡлау һәм уларға төрлө яҡлап ярҙам итеү, имен булмаған ғаиләләрҙең, иҫәптә торған граждандарҙың йәшәү шарттарын тикшереү һәм профилактик эш алып барыу ине. Рейдты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Наталья Сатина кәңәшмә үткәреүҙән башланы, сарала эшмәкәрлектең аныҡ бурыстары һәм йүнәлештәре билдәләнде. Аҙаҡ иһә комиссия ағзалары өс төркөмгә бүленеп, биләмәләге ауылдар буйлап рейдҡа сыҡты. Төркөм фатирҙарға барғанда янғын хәүефһеҙлегенә, айырыуса өйҙәрҙең таҙалыҡ торошона иғтибар бүлде, һәр ғаилә ағзаһы менән әңгәмәләште, проблемаларҙы уртаға һалып, хәл итеү юлдарын эҙләне. 

Комиссия ағзалары, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡарылған эштәргә анализ яһап, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр һәм граждандар менән артабан да даими эш алып барыу зарурлығын билдәләне. Уларҙың фекере буйынса, социаль яҡтан имен булмаған һәр ғаилә менән тығыҙ эшләргә кәрәк. Ошо маҡсатта имен булмағандарға йәмәғәт ойошмаларын, ауылда хөрмәтле кешеләрҙе йәлеп итеү тәҡдим ителде. 

Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе номерында уҡығыҙ. 

 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: