

Был компания министрлыҡ заказы буйынса үткәрелгән аукционда берҙән-бер ҡатнашыусы булған һәм ул 402,7 миллион һум күләмендә башланғыс хаҡ буйынса поставкалауҙы башҡарырға тәҡдим иткән. Транспорт сараларын һатып алыу төбәк ҡаҙнаһынан финанслана.
Автобустар килешеү төҙөгәндән һуң өс ай эсендә ҡуйылырға, республика улар өсөн хаҡты 2028 йылға тиклем арауыҡта түләргә тейеш була.
Һатып алыуға тейешле туристик автобустың техник бурыстары, моделе аныҡ күрһәтелгән. Машина дизель турбодвигателе менән йыһазландырылған булыуы мотлаҡ. Транспорт сараһының оҙонлоғо - 12 метр. Автобус салоны 53 кешегә, шул иҫәптән водитель һәм гидҡа иҫәпләнгән булырға тейеш.