+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Май 2023, 14:57

«Башнефть» алдынғы технологиялар аша һөҙөмтәне яҡшырта

Уҙған  йыл йомғаҡтары буйынса етештереү һөҙөмтәлелеге программаһы сиктәрендә алдынғы ҡарарҙар индереүҙән «Башнефть» компанияһының иҡтисади һөҙөмтәһе 5,4 миллиард һум тәшкил иткән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Башнефть» алдынғы технологиялар аша һөҙөмтәне яҡшырта
«Башнефть» алдынғы технологиялар аша һөҙөмтәне яҡшырта

Был унан алдағы йылға ҡарағанда  2,3 тапҡырға күберәк булған.  Етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу «Роснефть-2030: ышаныслы энергия һәм глобаль энергетик күсеү» стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Уның сиктәрендә алдынғы технологик ҡарарҙарҙы индереү иҫәбенә энергия ресурстарын файҙаланыу сығымдарын һәм ҡулланыу күләмдәрен кәметеү буйынса эш үткәрелә.

      Үткән йылда «Башнефть-Полюс» компанияһы етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса 42 проектты бойомға ашырған. Атап әйткәндә, энергия менән тәьмин итеүҙе тышҡы селтәрҙәрҙән эйәрсән нефть газы менән эшләүсе  ваҡытлыса энергия үҙәгенә күсерелгән. Был предприятиеға  етештереү объекттарын энергия менән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек биргән.

      «Башнефть-Добыча» горизонталь скважиналарҙа гидроҡом ағымлы перфорацияны ҡулланып ҡабаттан йоғонто яһау нефттең ағымын арттырырға ярҙам иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: