+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Май 2023, 17:30

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

17 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә.

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

17 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы режим ғәмәлдә.

 Әле көндәр, эҫе, елле тора, бәләкәй генә осҡон да ҙур ҡазаға килтереүе мөмкин. Шуға кү-ә урманға йөрөү, усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу, асыҡ утта ризыҡ әҙерләү тыйыла. Ҡағиҙә боҙоусыларға 50 мең һумға тиклем штраф янай. Әгәр кеше ғәйебе менән урманда янғын сыҡһа, штраф күләме 60 мең һумғаса арта йәки өс йылға тиклем төрмәгә ултыртыу язаһы ҡарала.

Юридик шәхестәргә тәғәйен административ штраф – 1 миллион һум. Инспекторҙар әлегәсә 400 мең һум күләмдә штрафтар һалған, был эш көн һайын дауам ителә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: