+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Май 2023, 17:01

Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы айлыҡ бара

Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге айлыҡ беренсе майҙа  старт алғайны.  

Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы айлыҡ бара
Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы айлыҡ бара

Наркотиктарға ҡаршы айлыҡтың төп маҡсаты - наркомания һәм наркоенәйәтселек проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеү, бәлиғ булмағандар араһында наркотиктарҙы ҡулланыуҙың кире эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашҡан өсөн  яуаплылыҡ тураһында аңлатыу; балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, наркотиктарға ҡаршы балалар һәм йәштәр менән комплекслы профилактик эш ойоштороу.

     Наркомания проблемаһы һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал. Ошо хаҡта йыш һөйләнелә, матбуғатта яҙыла, наркотиктар ҡулланыу арҡаһында  ғаиләләрҙә, мәктәптәрҙә булған фажиғәләр хаҡында ишетелеп тора. Көсөргәнешлек, стресс, билдәһеҙлек, тотороҡһоҙлоҡ йәш быуында наркотик матдәләр ҡулланыуға сәбәпсе булыуы мөмкин.

      Айлыҡ дауамында дөйөм белем биреү ойошмаларында үҙ һаулығына яуаплы ҡараш булдырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, бәлиғ булмағандарҙа тәмәке тартыуға, алкоголизмға, наркотиктар ҡулланыуға негатив ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән профилактик әңгәмәләр, лекциялар, тренингтар үткәреү планлаштырыла.

      Уҡыусыларға видеороликтар һәм наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге фильмдар күрһәтеләсәк. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында «Асыҡ ишектәр көнө» акцияһында бушлай, аноним консультациялар, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр биреү, шул иҫәптән табип-нарколог һәм медицина психологының консультациялары ойоштороласаҡ, наркотиктарға ҡаршы мәғлүмәт стендтары ҡуйыласаҡ.

      Мәғлүмәти белеү биреү, әңгәмәләр уҙғарыу ҡаралған. Тикшереү һәм рейдтар бәлиғ булмағандар күп йөрөгән урындарҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге енәйәттәрҙе һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм булдырмау өсөн уҙғарыла.

     26 июнендә билдәләнәсәк Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнөнә арналған барлыҡ саралар мәғариф һәм йәштәр ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары һәм район комиссиялары  менән берлектә ойоштороласаҡ.

 Наркотиктарға ҡаршы айлыҡ сиктәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем 8 (347) 266-03-88 номеры буйынса “ышаныс телефоны” эшләй.

Айлыҡ саралары 1 июлегә тиклем барасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: