Хәүефһеҙлек
7 Июня 2023, 13:15

Өфө 382 миллион һумға 15 троллейбус ала

Өфө мэрияһының Транспорт һәм элемтә идаралығы 15 яңы троллейбус алыу өсөн 25,5 миллион һум иҫәбенән 382,5 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтергә әҙерҙәр. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө 382 миллион һумға 15 троллейбус  алаӨфө 382 миллион һумға 15 троллейбус  ала
Өфө 382 миллион һумға 15 троллейбус ала

Финанслау сығанаҡтары булып төбәк һәм муниципаль бюджеттар тора. Аукционға 26 июндә йомғаҡ яһаласаҡ. Һатып алыу документына ярашлы, троллейбустар Адмирал Макаров урамындағы 1-се депоға килешеү төҙөгән көндән алып 90 көн эсендә ебәрелергә тейеш.

      Троллейбустар 2023 йылда сығарылырған булырға тейеш. Файҙаланыу гарантияһы  ваҡыты - 18 ай йәки 150 мең саҡрым юл, тулы файҙаланыу ваҡыты - 10 йыл йәки 600 мең саҡрым юл үтергә тейеш. Автоном йөрөү мөмкинлеге булған тәпәш иҙәнле троллейбустар һатып алынасаҡ. Салонда климат-контроль системаһы, инвалид креслоларында йөрөүсе кешеләр өсөн урындар булырға тейеш. Кузовтың төҫө һәм биҙәлеше заказсы менән килешеү буйынса рәсмиләштерелә.

     Троллейбустың оҙонлоғо 12,8 метр, киңлеге - 2,5 метрға тиклем, бейеклеге - 3,6 метр булырға тейеш. Пассажирҙар һыйҙырышлығы - 90 кешенән алып 100 кешегә тиклем, ултырыу урындары - кәм тигәндә 33.

     Троллейбустар республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә һатып алына. Был маҡсатҡа төбәк ҡаҙнаһынан 371 миллион һумға тиклем бүлә, ҡалғанын муниципалитет финанслай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас