Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2023, 07:42

112 мобиль ҡушымтаһы ярҙамында

Көтөлмәгән хәл тураһында нисек хәбәр итергә, ярҙам һорарғамы йәки фажиғә урынынан хәбәр ебәрергәме?

112 мобиль ҡушымтаһы ярҙамында112 мобиль ҡушымтаһы ярҙамында
112 мобиль ҡушымтаһы ярҙамында

Уны 112 мобиль ҡушымтаһы ярҙамында хәбәр итергә мөмкин. Бының өсөн телефонға GooglePlay йәки AppStore системаларынан күсереп алырға кәрәк. Ғәҙәттән тыш булған төрлө хәлдәрҙә (әгәр үҙең шундай хәлгә тарыһаң йәки шаһит булһаң) 112 ҡушымтаһы аша хәбәр ебәрергә, көтөлмәгән хәл булған урындың аныҡ координаталарын билдәләргә, фото һәм видео ебәрергә мөмкин.

     Быны янғын, автомобиль аварияһы йәки енәйәт урынынан эшләргә була.

     112 мобиль ҡушымтаһының файҙаһы:

 - көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе беләсәктәр;

 - әгәр ҡушымта аша ашығыс хеҙмәт саҡыртһаң, диспетчер һеҙҙең профилдәге мәғлүмәттәрҙе, телефон номерын һәм аныҡ урынығыҙҙы белеп торасаҡ;

 - ярҙам саҡыртыу карточкаһына ваҡиға урынынан һүрәтләмә, фото, аудио һәм видео өҫтәргә мөмкин;

 - был осраҡта ашығыс хеҙмәт һеҙҙе тиҙерәк табасаҡ;

 - заявканың статусын, шулай уҡ үҙегеҙҙең барлыҡ мөрәжәғәтегеҙҙе ҡарарға мөмкин;

- туристик төркөмдө теркәргә була;

 - был хәүефһеҙлек һәм кәрәк саҡта ваҡытында квалификациялы ярҙам алыу өсөн кәрәк;

 - әгәр ул төбәктә интернетҡа инеү йәки хәл-ваҡиға булған ерҙә теркәлеү мөмкин булмаһа, мөрәжәғәтегеҙ геомәғлүмәт, исем-шәрифегеҙ менән, хәл-ваҡиғаны һүрәтләгән смс-хәбәр рәүешендә тапшырыла;

 - өҫтәүенә, ҡушымтала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты яңылыҡтары һәм мөһим мәғлүмәттәре менән танышырға мөмкин.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас