

Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 авгусҡа тиклем ҡоро үләнде һәм урмандарҙы яндырған өсөн енәйәт яуаплылығын индереүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Бындай сараның маҡсатлы булыуын ил Хөкүмәте 1 авгусҡа тиклем ҡарарға тейеш. Яуаплы итеп Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин тәғәйенләнгән. Ул 1 авгусҡа тиклем доклад менән сығыш тейеш.
Бынан тыш, Путин 1 июлгә тиклем Ҡурған һәм Свердловск өлкәләре бюджеттарына өҫтәмә финанс бүлергә ҡушты, ул янғын һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға ярҙам саралары өсөн буласаҡ.
Финанс ярҙамы мөлкәтен өлөшләтә йәки тулыһынса юғалтҡан ғаиләләргә күрһәтеләсәк. Шулай уҡ янғында зыян күргән граждандарға һәм янғын һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособие түләү ҡаралған. Хөкүмәт шулай уҡ Ҡурған һәм Свердловск өлкәләрендә урмандарҙы һаҡлауҙы көсәйтеү өсөн «Авиалесоохрана» бүлексәләрен урынлаштырыу мәсьәләһен ҡарарға тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков 1 сентябргә тиклем Ҡурғандың янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең янғын-ҡотҡарыу частарын тулы күләмдә янғын техникаһы менән йыһазландырылыуы тураһында доклад бирергә тейеш.