Хәүефһеҙлек
3 Июль 2023, 13:06

«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара социаль реклама конкурсы башланды

Быйыл конкурс коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса дәүләт-ара совет етәкселегендә ойошторола.

«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара социаль реклама конкурсы башланды«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара социаль реклама конкурсы башланды
«Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» халыҡ-ара социаль реклама конкурсы башланды

Бәйгелә ҡатнашыуға 14-тән 35 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Уларға «Бергәләп коррупцияға ҡаршы!» темаһына конкурс эштәрен әҙерләргә тәҡдим ителә, үҙҙәренең идеяларын һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында күҙаллауҙарын, шулай уҡ ошо йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырырға тейештәр.

       Эштәрҙе 1 октябрегә тиклем «Иң яҡшы плакат» һәм «Иң яҡшы видеоролик» номинацияларында конкурстың рәсми www.anticorruption.life  сайтында ҡабул ителә.

       Конкурсҡа йомғаҡ яһау  9 декабрҙә, Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә буласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас