

Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары!
Уҙған 2 ял көнөндә республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү ваҡытында 9 кеше батып үлгән. Шул рәүешле, йыл башынан, оператив мәғлүмәттәр буйынса, һыу ҡорбандары 84-кә еткән. Шуныһы аяныслы: 7 бала һыуҙа һәләк булды.
Республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыу статистикаһынан күренеүенсә,
1) һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе - көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 9-ға тиклем;
2) һыу инер алдынан һыуға батҡандарҙың 80% ашыуын алкоголь ҡулланғандар;
3) һәләк булғандарҙың 100% бының өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән;
4) Һәр икенсе һәләк булған ҡатындың бәлиғ булмаған балалары ҡалған.
Быйылғы миҙгелдә йышыраҡ Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында, шулай уҡ күлдәрҙә һәм быуаларҙа һыу инеү миҙгеле ойошторола. Фажиғәгә тарымаҫ өсөн таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам. Унда көслө һыу аҫты ағымдары, һыу өйөрмәләре,тәрән урындар, һалҡын инештәр булыуы мөмкин. Билдәһеҙ һыу рельефы булған урындарға төшмәгеҙ: ташҡа йәки осло әйберҙәргә бәрелергә мөмкинһегеҙ. Алкоголь ҡулланғандан һуң йәки яңғыҙығыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ.
Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ! Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларҙы йылға-күлдәргә яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, һыу буйында ял иткәндә, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балалар ҡыбырламай ҙа, ҡысҡырмай ҙа, улар шым ғына һәм тиҙ бата. Балаларығыҙға өрөп тултырмалы матрацтарҙа һәм түңәрәктәрҙә алыҫҡараҡ китергә рөхсәт итмәгеҙ. Иң мөһиме - балаларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ! Онотмағыҙ! Һыуҙа үҙҙәрен хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре ата-әсәләрҙең һәм уларҙы үтәмәүсе туғандарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ! Яҡындарығыҙ һәм тирә-йүндәгеләрҙе лә уларҙы үтәргә саҡырығыҙ! Тик бергәләп кенә үҙеңде һәм балаларҙы һыуҙағы фажиғәнән һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
Фәрит ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.