Хәүефһеҙлек
25 Июля 2023, 11:05

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуҙы тыйыу ғәмәлдә

Май айынан  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән республикала пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу  тыйыла.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуҙы тыйыу ғәмәлдәБашҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуҙы тыйыу ғәмәлдә
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуҙы тыйыу ғәмәлдә

Аппараттарҙы файҙаланыу тик дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, уларға ҡараған ойошмалар һәм предприятиелар өсөн рөхсәт ителә. Шулай уҡ пилотһыҙ аппараттарҙы Башҡортостан Республикаһының оператив штабы ҡарамағындағы махсус төркөм менән килешеү аша  файҙаланырға мөмкин.

        Граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең БПЛ файҙаланыуға  ризалыҡ алыуы махсус билдәләнгән бер тәртиптә үтә.

         Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошоға бәйле һуғыш маҡсатында, шул иҫәптән граждандар объекттарына һөжүм итеү өсөн, дрондар әүҙем файҙалана башлауын билдәләй. Уның  фекеренсә, киләсәктә пилотһыҙ осоу аппараттары төрлө категорияға бүленеп, уларҙы  пилотлаштырыуға танытма алыу кәрәк буласаҡ һәм ундай эшмәкәрлек лицензиялана башланасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас