

Кисә 23.05 сәғәттә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 268-се саҡрымында “Рено Логан” машинаһына идара итеүсе Силәбе өлкәһе кешеһе юл буйлап китеп барған йәйәүле тапай һәм ваҡиға урынын ҡалдырып китеп, бер сәғәт үткәс кире боролоп килә. Юл-транспорт ваҡиғаһында ауыр тән йәрәхәттәре алған 44 йәшлек ир “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшеренеү эше башланған. Алғараҡ китеп, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар тиергә була. Сөнки машина юлынан атлаған йәйәүлелә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы бер генә элемент та табылмай, өҫтәүенә ҡап-ҡара итеп кейенгән була. Ә инде водителдәргә ҡараңғы ваҡытта тиҙлекте әкренәйтеү зарур.