Хәүефһеҙлек
15 Август 2023, 06:50

“Мотоцикл” профилактик сараһы бара

Республика биләмәһендә мотоциклдар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларында ҡазаланыусылар һәм һәләк булыусылар күбәйгән.

“Мотоцикл” профилактик сараһы бара“Мотоцикл” профилактик сараһы бара
“Мотоцикл” профилактик сараһы бара

2023 йылдың 7 айында мотоциклдарға бәйле 177 авария осрағы теркәлгән. Был былтырғынан ҡарағанда 34,1 процентҡа күберәк, 12 (+71,4%) кеше һәләк булған, 196 (35,2%) кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Әлеге категория водителдәренә ҡарата күрелгән профилактик сараларға ҡарамаҫтан, мотоциклистар шәп тиҙлектә, тейешле тәртиптә теркәлмәгән транспортта, хатта иҫерткес эсемлектәр ҡулланған килеш һәм идара итеүгә “права”лары булмайынса тороп юлдарҙа себен шикелле һажлап йөрөүҙәрен белә.

Ошоларға бәйле 14 августан 18 авгусҡа ҡәҙәр “Мотоцикл” профилактик сараһы бара. Уның сиктәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ рәүештә боҙған, теркәлмәгән мототранспортҡа идара итеүсе водителдәргә ҡарата закон менән ҡаралған акдминистратив яуаплылыҡҡа тарттырыу саралары күрелә.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас