Хәүефһеҙлек
15 Август 2023, 07:00

Төнгө һәләкәттә кеше һәләк булды

4 авгусҡа ҡараған төнгө сәғәт беренсе киткәндә Северный ауылында йәшәгән, рәсми рәүештә Магнитогорскиҙа теркәлгән 62 йәшлек  ир кеше Атауҙы яғынан Әлмөхәмәт йүнәлешендә Т-150 трактор менән юлдан оса.

Төнгө һәләкәттә кеше һәләк булдыТөнгө һәләкәттә кеше һәләк булды
Төнгө һәләкәттә кеше һәләк булды

Авария һөҙөмтәһендә ул көслө йәрәхәттәр алып ваҡиға урында медицина ярҙамы күрһәткән саҡта йән бирә. Юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған факттар тикшерелә. Шуныһы мәғлүм: транспорт сараһына идара итеүсенең тракторсы-машинист таныҡлығы эргәһендә табылмаған, шулай уҡ техника ла тейешле тәртиптә теркәлмәгән, страховкаһыҙ булған.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас