-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2023, 13:58

Төбәк операторына ниндәй документтар бирергә?

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙән азат итеү өсөн төбәк операторына ниндәй документтар тапшырырға:

Төбәк операторына ниндәй документтар бирергә?
Төбәк операторына ниндәй документтар бирергә?
  1. махсус хәрби операцияла ҡатнашыусынан йәки уның ғаилә ағзаһынан яҙма ғариза;
    2. махсус хәрби операция зонаһында булыуҙы раҫлаған документ (хәрби комиссариаттан белешмә);
    3. махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының паспорт күсермәһе;
    4. йәшәгән урын буйынса ғаилә составы (теркәлеү) тураһында белешмә;
    5. махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы милек хужаһы икән, йортҡа хоҡуҡты билдәләүсе документ (Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә);
    6. шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ;
    7. бер нисә торлаҡ фонды объекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы милкендә булғанда - объекттарҙың һәр береһенә ҡарата берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә, ғаилә составы һәм күрһәтелгән адрес буйынса бер кемдең дә теркәлмәүе тураһында белешмә тапшырыла.

    Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән бергә теркәлгән һәм йәшәгән ғаилә ағзаларын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙән азат итеү өсөн документтар исемлеге:

    1. тормош иптәше исеменә - никах теркәү таныҡлығы һәм паспорт күсермәһе;
    2. 18 йәшкәсә балаларға - тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм паспорт күсермәләре (паспорты булһа);
    3. студент булған 23 йәшкәсә балаларға - тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәһе, паспорт күсермәһе, уҡыу йортонан белешмә;
  2. 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балаларға - тыуыу тураһында таныҡлыҡ күсермәһе; паспорт күсермәһе,
    инвалидлыҡ тураһында белешмә;
    5. хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге ата-әсәләргә (уллыҡҡа алыусыларға) - тыуыу тураһында таныҡлыҡ (махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыныҡы), Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорт күсермәһе, пенсия таныҡлығы;
    6. хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге олатайҙарға һәм өләсәйҙәргә (улар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ата-әсәһе булмау сәбәпле, кәмендә өс йыл уның опекуны булған осраҡта) - Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорт күсермәһе, опекунлыҡ тураһында документ;
    7. хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһына һәм үгәй әсәһенә (улар кәмендә биш йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының опекуны булған осраҡта) - Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорт күсермәһе, опекунлыҡ тураһында документ.

    Иғтибар итегеҙ, ҡайтанан иҫәпләү эше һанап үтелгән туғандары (ҡатынының балаларынан тыш) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән бергә теркәлгән һәм йәшәгән осраҡта башҡарыла.

    Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре атап үтелгән документтарҙың күсермәләрен алырға, уларҙың төп нөсхә булыуын, тулылығын һәм дөрөҫлөгөн тикшерергә, шул иҫәптән документтар биргән органдарға һәм ойошмаларға рәсми запростар ебәрергә хоҡуҡлы.



    #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: