+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2023, 14:50

Юлдарҙа яңы автобустар күбәйә

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты ярҙамында Башҡортостан юлдарында тағы 52 яңы автобус сығасаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

„Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты ярҙамында Башҡортостан юлдарында тағы 52 яңы автобус сығасаҡ.

БР Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһында пассажир ташыуҙы үҫтереү һәм яҡшыртыу буйынса эш 2019 йылдан алып барыла. Былтыр „Башавтотранс“ предприятиеһы өсөн милли проект ярҙамында ҙур 35 автобус, инфраструктура бюджет кредиты иҫәбенә 70 автобус һатып алынды. Быйыл иһә муниципаль-ара һәм төбәк-ара ташыуҙарҙы ойоштороу өсөн 32 уңайлы турист автобусs, йыл аҙағына тиклем тағы 20 автобус һатып алыу планлаштырыла.

Пассажир транспортын яңыртыу - „Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты йүнәлештәренең береһе. Рәсәй Транспорт министрлығы ярҙамы менән төбәктәр 60 процент ташлама менән яңы транспорт һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

ФОТО: ufa.mk.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: