+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2023, 06:45

Яңы автобустар һаны артты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс”ҡа 20 турист автобусы асҡысы тапшырҙы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы автобустар һаны артты
Яңы автобустар һаны артты

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс”ҡа 20 турист автобусы асҡысы тапшырҙы.Автобустар бөтә Рәсәй буйынса ҡала-ара маршруттарҙа йөрөйәсәк, шулай уҡ  конгресс сараларын хеҙмәтләндерәсәк.

Билдәле булыуынса июндә республика автопаркына ошондай уҡ 30 автобус тапшырылғайны. Яңы машиналар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

– Беҙ предприяие директоры Надир Сәлимйән улы Сәмиев менән көн һайын водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял шарттарын яҡшыртыу менән шөғөлләнергә һөйләштек. Бөгөн “Башавтотранс” илдең иң эре биш пассажирҙар ташыусыһы иҫәбенә инә. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине төбәк етәксеһе.

Яңы автобустар менән тәьмин итеү “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Фото: glavarb.ru

Автор:
Читайте нас: