-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Ноябрь 2023, 06:25

Хәүефле миҙгел ябылды

Көндәр һалҡынайыуға бәйле Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 30 октябрҙән янғын хәүефһеҙлеге юғары булған миҙгел ябылды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәүефле миҙгел ябылды
Хәүефле миҙгел ябылды

Көндәр һалҡынайыуға бәйле Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 30 октябрҙән янғын хәүефһеҙлеге юғары булған миҙгел ябылды.

Янғынға ҡаршы махсус режим республика биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге юғары булған осорҙа, йәғни 31 марттан 30 октябргә тиклем индерелгәйне. Был осорҙа тотош Башҡортостанда 156 янғын теркәлде, ут дөйөм алғанда 3391,1 гектарҙа солғап алған. Беҙҙең районда 11 янғын теркәлде һәм 40,4 гектар урман зыян күрҙе.

Урман янғындарының күпселек осрағында тәбиғи факторҙар – йәшен, ҡояш нурҙарының быяла аша үтеп ут сығыу кеүек факторҙар сәбәпсе. Халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан осраҡтар ҙа күп.  Ғәҙәттә урманға сыҡҡанда ҡоро үләнде яндырыу, яҡҡан усаҡты һүндермәй ҡалдырыу, машинала китеп барғанда тәҙрәнән тоҡандырылған шырпы, тәмәке төпсөгө ырғытыу кеүек ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙар урманға һәләкәт килтереүгә сәбәпсе була ла инде.

Янғын хәүефһеҙлеге юғары булған осорҙа “Әбйәлил урман хужалығы” предприятиеһында мобиль төркөмдәр төҙөлдө, янғынға ҡаршы ҡорамалдар туплау пункттары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән һәм урман менән файҙаланыусыларҙан торған ирекле янғын һүндереү бригадалары булдырылыуы, һәр участка урмансылығы буйынса урман фондын патруллек итеү маршурттары әҙерләнеүе, ял һәм байрам көндәрендә яуаплы кешеләрҙең тәүлек әйләнәһенә дежур итеүе ойошторолоуы, шулай уҡ халыҡ араһында ҙур аңлатыу эштәрен алып барыу, иҫкәртмәләр таратыу, ауылдарға яҡын урман ситтәре һөрөлөүе һөҙөмтәһендә район биләмәһендә ҙур урман янғындарына юл ҡуйылманы.

Янғын һүндереүеселәрҙең, урмансыларҙың һәм ирекмәндәрҙең берҙәм һәм оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындарҙы тиҙ арала һүндерергә мөмкин булды. Район биләмәһендә сыҡҡан урман янғындарының барыһы ла тәүлек эсендә һүндерелде. Иң мөһиме – бәхетһеҙ осраҡтарға, янғындың ауылдарға һәм объекттарға күсеп, уларҙы ут солғап алыуына юл ҡуйылманы.

Урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү  буйынсав эштәр "Экология" милли проектына ярашлы алып барыла.

Илфат Әйүпов,

“Әбйәлил урман хужалығы” предприятиеһы директоры урынбаҫары.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: