+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель , 11:20

Хәүефле осор етте

Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ярашлы, республикала ҙур йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе 11-21 апрелгә тура киләсәк

Хәүефле  осор етте
Хәүефле осор етте

Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ярашлы, республикала ҙур йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе 11-21 апрелгә тура киләсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булыу ихтималлығы ҙур.

Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанырға ярамаған миҙгел. Тик ситтәре иреп, ярҙан айырылған боҙ өҫтөндә лә балыҡ ҡармаҡлап ултырыусылар бихисап.

Бала-сағаға айырыуса иғтибарлы булайыҡ. Яҙғы ташҡын балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар йылғаларға яҡыныраҡ барып ҡарарға теләй. Бәләкәй саҡта балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тойғоһоноң ҡурҡыуҙан көслөрәк икәнлеген хәтерҙә тотайыҡ. Бәлә-ҡазаға тарырға яҙмаһын.

Йылға, күлдәр эргәһендә йәшәгән һәр кем үҙенең йорт-ҡураһын ташҡынға әҙерләргә тейеш.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: