Күпселек осраҡта урман янып китеүҙең сәбәпсеһе булып кеше факторы тора. Урманда ҡоро үлән яндырыу, яҡҡан усаҡты һүндермәй ҡалдырыу, машинала китеп барғанда тәҙрәнән тоҡандырған шырпы, тәмәке төпсөгө ырғытыу, ут менән ғәмһеҙ ҡыланыу — урманға һәләкәт килтереүгә сәбәпсе икәнлеген барыһы ла белә.
Янғын хәүефе ҙур булған миҙгелгә Әбйәлил урмансылығы буйынса Урман хужалығы министрлығы тарафынан 2024 йылға урман янғындарын һүндереү планы раҫланылды. Ошо документҡа ярашлы янғын сығыуға юл ҡуймау һәм утты тиҙ арала һүндереү буйынса һаҡлағыс саралар комплексы планлаштырылды.
Мобиль төркөмдәр, янғынға ҡаршы ҡорамалдар туплау пункттары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән һәм урман менән файҙаланыусыларҙан торған ирекле янғын дружиналары булдырылды. һәр участка урмансылығы буйынса урман фондын патруллек итеү маршруттары әҙерләнде, ял һәм байрам көндәрендә тәүлек әйләнәһенә яуаплы кешеләрҙең дежур итеүе ойошторолдо. «Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре» ҡабул ителде. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе бөтә граждандар ҙа белергә тейеш.
Урмандарҙы һаҡлау буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар урмандарҙы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә, шул иҫәптән “Экология” милли проектын үтәүгә йүнәлтелгән.
Илфат ӘЙҮПОВ,