+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Июнь , 09:35

ТАЛПАН ВИРУСЫ ЭНЦЕФАЛИТЫ

Талпан вирусы энцефалиты йоғошло ауырыу, башлыса үҙәк нервы системаһын зарарлай. Ауырыуҙың ауыр формалары иң ҡурҡынысы — улар үлемгә һәм тотороҡло инвалидлыҡҡа килтерә. Үлем осраҡтарын булдырмаҫҡа мөмкин, әммә табиптарға һуңлап мөрәжәғәт итеү, өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеүе, вакцинацияның булмауы вируслы талпан энцефалитынан үлемгә килтерә.

ТАЛПАН ВИРУСЫ ЭНЦЕФАЛИТЫ
ТАЛПАН ВИРУСЫ ЭНЦЕФАЛИТЫ

Инфекция  күпселектә зарарланған талпан тешләүе арҡаһында йоға, әммә йылы һөттө эсеп тә,  вирус йоҡтороу осраҡтары билдәле. Шуны иҫтә тотоу мөһим: зарарланыуҙың контакт юлы, мәҫәлән, талпанды һытып, уның вирусы лайлалы биҙҙәргә күсеүе лә мөмкин.

Талпандар кешегә урмандарҙа, баҡса участкаларында, ял базаларында, балалар майҙансығында һөжүм итә.

Тәнгә ҡаҙалған талпан насостың эшләүен хәтерләткән хәрәкәттәр яһай. Ҡанды һурғанда составында анестетик булған төкөрөгөн һибә, шуның арҡаһында кеше талпандың тирегә ҡаҙалыуын һиҙмәй. Ғәҙәттә талпан ҡаҙалғандан алып 12 аҙна үтеүгә энцефалиттың тәүге билдәләре беленә башлай, әммә инкубация осоро 1 тәүлектән бер айға тиклем дауам итергә мөмкин.

Ғәҙәттә ауырыу киҫкен башлана. Сирҙең клиник билдәләре  еңел менингиттан алып ауыр менингоэнцефалитҡа тиклем булырға һәм параличҡа килтереүе лә мөмкин. Кеше көслө баш ауыртыуына, өшөүенә, тән температураһы 38-39 градус булыуына, мускулдар ауыртыуына, бит һәм тән гиперемияһына, күңел болғаныуына һәм ҡоҫоуға зарлана.

Ауырыуҙың клиник ағымы һәм һөҙөмтәһе талпан энцефалиты вирусының тибына бәйле айырыла. Европа субтибы тыуҙырған ауырыу себер һәм алыҫ көнсығыш тибы тыуҙырған ауырыуға ҡарағанда еңелерәк үтә. Бынан тыш, пациенттарҙың йәше ҙур роль уйнай: кеше ни тиклем олораҡ булһа, һөҙөмтәһе шул тиклем насарыраҡ. Киҫкен форма менән ауырыған осраҡтарҙың 50 процентында постэнцефалит синдромы үҫешә, был йәшәү сифатын түбәнәйтә.

Шуға күрә йәйәү йөрөргә, походҡа, дачаға йәки урманға барырға йыйынғанда талпандан һаҡланыу сараларын күреү мөһим. Аҡһыл көрән, асыҡ һоро төҫтәге оҙон еңле күлдәк һәм салбар кейергә кәрәк, салбарҙың балағының осон ойоҡ эсенә тығырға, ә еңгә резина кейҙереү яҡшыраҡ. Ялан баш йөрөмәҫкә.

Инструкцияға ярашлы талпандарға ҡаршы махсус аэрозоль ҡулланырға кәрәк. Урман буйлап походҡа сыҡҡанда,  һуҡмаҡтарҙан ғына йөрөгөҙ. Ерҙә ултырғанда брезент түшәгеҙ.

Йортҡа инер алдынан тәнегеҙҙе, кейемегеҙҙе, ҡорамалдарығыҙҙы һәм йорт хайуандарын ентекләп тикшрергә онотмағыҙ.  

Талпан ҡаҙалһа, уны нисек алырға? Быны йәшәү урыны буйынса дауаханаға мөрәжәғәт итеп, эшләү яҡшыраҡ. Өй шарттарында алырға  тура килһә, һаҡ ҡына тартып алырға кәрәк, сөнки уның, ғәҙәттә башы тороп ҡала. Пинцет ярҙамында йәки бармаҡтарға таҙа марля урап, талпанды әкрен генә әйләндереп, тартып сығарырға һәм тешләнгән урынды 70% спирт, йә 5% йод, одеколон менән эшкәртергә кәрәк. Талпанды алғандан һуң, ҡулдарҙы һабынлап йыуыу мотлаҡ.

Талпанды Роспотребнадзорҙың «Гигиена һәм эпидемиология үҙәге»нең микробиология лабораторияһына йәки тейешле лаборатория тикшереүҙәре үткәргән башҡа лабораторияларға алып барып тикшертергә кәрәк.

Эндемик райондарҙа йәшәүселәргә йәки был райондарға сәйәхәт итергә йыйынғандарға вакцинация үтергә кәрәк. Вакцинация схемаһы ниндәй препарат яһатыуға бәйле. Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бер нисә вакцина теркәлгән. Ҡайһы бер вакциналар хатта аллергик реакциялы кешеләргә лә рөхсәт ителә.

Вакцинация ике тапҡыр үткәрелә, беренсе һәм икенсе прививкалар араһында кәмендә 1 ай һәм бер йылдан һуң ревакцинация яһала. Артабан 3 йыл һайын прививка эшләтергә кәрәк. Вакцинацияны алдан, йәғни көҙ көнө яһатыу яҡшыраҡ. Талпан ҡаҙалһа һәм лаборатория тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә талпандың вируслы булыуы асыҡланһа, әгәр ул прививка яһатмаһа, йәки прививканан һуң 10 тәүлек үтмәһә, талпан тешләгәндән 96 сәғәт эсендә кеше иммуноглобулины индерелә. Әгәр тешләгәндән һуң 4 тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, профилактика үткәрелмәй, сөнки был ауырыуҙың барышын көсәйтергә генә мөмкин.

Талпан энцефалитын иҫкәртеү ҡағиҙәләре бик ябай, ауырыуҙы һәм уның өҙлөгөүҙәрен дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк.

Кәңәшкә иғтибарлы булығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ.

ГӨЛШАТ ҒИЛМЕТДИНОВА,

табип-инфекционист.

Автор:
Читайте нас: