Оператив-иҫкәртеү акцияһы 13 июнгә тиклем бара. Төп маҡсат — эскән килеш транспортҡа ултырыуға бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү.
«Был көндәрҙә байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа водителдәрҙең эскәнме, юҡмы икәнен тикшереү ойошторола..
Водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8(347)279-32-92.
Был акция “Сифатлы юлдар һәм хәүефһеҙлек” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.
Сығанаҡ: Башинформ.