-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Август , 09:35

Терроризмға булышлыҡ иткән өсөн

Үҙәк хәрби округ суды (Екатеринбург ҡалаһы) терроризмға булышлыҡ иткән өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.

Үҙәк хәрби округ суды (Екатеринбург ҡалаһы) ы тарафынан *Р.Ф.Фараритдинов РФ Енәйәт Кодексының 205.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа (террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү) ғәйепле тип танылды.
Ул биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде һәм ҡаты режимлы колонияға ебәреләсәк. Суд асыҡлауынса, сит ил агенты **Р.С. Ғәббәсов, енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, WhatsApp мессенджерында үҙенең туғаны *Фараритдинов Рөстәм Фәнил улы менән аралашып, уны «Интернет»мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә терроризмды пропагандалауға кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашырға күндерә.

**Ғәббәсов Р.С. туғанына пропаганда һәм вербовка эшен башҡарған өсөн Европа Берлеге илдәренең береһендә сәйәси һыйыныу урыны һәм артабан гражданлыҡ алырға вәғәҙә иткән.


* -Рөстәм Фараритдинов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

**- Руслан Ғәббәсов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде, шулай уҡ Юстиция министрлығы тарафынан Рәсәй биләмәһендә сит ил агенттары исемлегенә индерелде.

Автор:
Читайте нас: