Пиротехника ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, алкоголде самалап ҡулланырға, шулай уҡ кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа бәлиғ булмаған балаларын күҙәтергә кәрәк.
"Һуңғы көндәрҙә мутлашыусыларҙың йоғонтоһо, шул иҫәптән ҡорбандарҙы законһыҙ ғәмәлдәргә мәжбүр итеү факттары теркәлә. Яҡындарығыҙҙы, тәү сиратта йәштәрҙе һәм ололарҙы, ошондай хәүеф тураһында иҫкәртегеҙ! Әгәр һеҙгә дәүләт органдары, финанс учреждениелары, кәрәҙле элемтә операторҙары йәки «Дәүләт хеҙмәттәре " порталы вәкилдәре шылтыратһа, трубканы һалығыҙ. Алдаусыларға һеҙҙе яңылыш юлдан яҙҙырырға мөмкинлек бирмәгеҙ. Әгәр һеҙ мутлашыу ҡорбаны булһағыҙ йәки һеҙҙе енәйәт ҡылырға этәрһәләр — шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ», — ти хоҡуҡ һаҡлаусылар.
Полиция 8 (347) 279-39-02 (дежур часть), 8 (347) 279-32-92 (ышаныс телефоны), 02 (мобиль телефондан — 102) телефондары буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итеүҙе һорай.