Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
26 Март , 10:15

Талпандар быйыл иртә уянды

Улар энцефалит сире менән хәүефле.

Талпандар быйыл иртә уянды
Талпандар быйыл иртә уянды

Көндәр йылыныу менән талпандар ҙа уянды. Был бәләкәй бөжәк кеше өсөн ҡурҡыныс булған энцефалит сире менән хәүефле. Сөнки ул үҙәк нервы системаһын зарарлап, үлем осрағына килтереүе ихтимал. Ауырыуҙың тәүге билдәләре талпан ҡаҙалғандан һуң  7-12 көн үткәс, ҡайһы саҡта 1 айҙан һуң ғына беленә. Кешенең температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек күҙәтелә, башы ауырта, быуындар һыҙлай. Талпан энцефалитының киҫкен формаһында температураның ҡапыл 39-40 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Кеше ҡоҫа, аңы томалана. Ауырыуҙың һиҙҙермәйсә генә үтеп, хроник төҫ алыуы ла бар.

Сиргә тарымаҫ өсөн тәбиғәткә сығыусы һәр кем һаҡлык сараларын күрергә тейеш. Кейем тәнде тотошлай ҡаплаһын, салбар балаҡтарын итек ҡуңысына тығығыҙ. Муйын, башты һаҡлау өсөн капюшон йәки яулыҡ ябынығыҙ. Талпанды ҡурҡытыу өсөн махсус химик препараттар ҙа ярҙам итә. Уларҙы кейемгә һиптерергә кәрәк. Урмандан ҡайтҡандан һуң тәнде һәм кейемдәрҙе ентекләп тикшерегеҙ.

Талпан ҡаҙалған осраҡта, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Ундай мөмкинлек булмаһа, талпанды үҙеңә алырға тура киләсәк. Бының өсөн бөжәк ҡаҙалған урынға күп итеп май һөртөгөҙ. Шулай эшләгәндә, талпанға кислород ябыла, ул тын ала алмай. Шунан һуң һаҡ ҡына бер яҡтан икенсе яҡҡа һелкетеп, талпанды тартып алығыҙ. Ныҡ ҡаҙалған талпандың башы өҙөлөп ҡалһа, утта ҡыҙҙырылған энә ярҙамында сығарығыҙ. Ҡаҙалған урынға йод йәки спирт менән һөртөгөҙ. Талпанды Роспотребнадзорҙың «Гигиена һәм эпидемиология үҙәге»нең микробиология лабораторияһына йәки башҡа лабораторияларға тикшереүгә алып барырға кәрәк.

Талпан энцефалитын киҫәтеү өсөн вакцинация ҡаралған. Вакцинация ике тапҡыр яһала, беренсе һәм икенсе прививкалар араһында минималь интервал 1 ай булырға тейеш һәм бер йылдан һуң ревакцинация үткәрелә.

Әгәр лаборатория тикшеренеүҙәре талпандың вируслы булыуын асыҡлаһа,  ҡаҙалғандан һуң тәүге 96 сәғәт эсендә кешегә иммуноглобулин индерелә. Бындай профилактика прививка яһалмаған йәки унан һуң 10 тәүлек үтмәгән осраҡта яһала. Әгәр талпан ҡаҙалғандан һуң 4 тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, профилактика үткәрелмәй.

Талпан энцефалитын иҫкәртеү ҡағиҙәләре бик ябай, ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ. Кәңәштәргә иғтибарлы булығыҙ.

 

 

  Ғ. ҒИЛМЕТДИНОВА,

Өфө ҡалаһының 1-се поликлинаикаһы табип-инфекционисы

Автор:
Читайте нас: