Янғын хәүефһеҙлеге айлығы осоронда янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ойоштороу-ғәмәли сараларҙың комплекслы планы тормошҡа ашырыла.
Белем биреү учреждениеларында, мәктәпкәсә балалар учреждениеларында хәүефһеҙлек дәрестәре, балаларҙы һәм персоналды эвакуациялау буйынса күнекмәләр, янғын һүндереү-ҡотҡарыу частарына экскурсиялар үткәрелә. Янғынға ҡаршы һыу сығанаҡтарының эшләү һәләтен тикшерелә.
Бер юлы граждандар йыйылыштары үткәрелә, урындағы үҙидара органдары, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләрҙең, иҫкәртеү иҫәбендә тороусыларҙың, спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыусыларҙың, социаль хәүеф категорияһына ҡараған кешеләрҙең йәшәгән урындары буйынса рейдтар ойошторола. Халыҡ араһында, шул иҫәптән тораҡ пункттарҙа һәм урмандарҙа янғындарҙы иҫкәртеү, шулай уҡ ут менән һаҡһыҙ эш итеү менән бәйле янғындарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса киң мәғлүмәт саралары аша маҡсатлы эш ойошторолған. Граждандар менән үткәрелгән осрашыуҙарҙа янғынды асыҡлау буйынса аңлатыу әңгәмәләре һәм инструктаждар үткәрелә.