Янғын хәүефенең артыуына бәйле Һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыуын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығы 26 майҙан 15 июнгә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә граждандарҙың йәшәүен һәм уларға транспорт сараларының инеүен сикләй.
Урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу һәм һатып алыу-һатыу килешеүенә ярашлы урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыусы юридик шәхестәргә һәм граждандарға сикләүҙәр ҡағылмай.
Әммә был сикләүҙәр туристарға һәм һунарсыларға ҡағыла!
Был осорҙа патруль-маневр төркөмдәре көн һайын урман фонды биләмәләрендә ведомство-ара патруллек алып барасаҡ һәм граждандарҙың урманға сығыуын һәм уларға транспорт сараларының инеүен сикләү режимын контролдә тотасаҡ.
Урман янғыны йәки урман массивтары янында янғындар осрағында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки берҙәм урман һағы номеры 8 (800) 100-94-00 буйынса шылтыратығыҙ.