Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Февраль , 06:20

Урмандарҙы пилотһыҙ аппараттар һаҡлай

"Пилотһыҙ аппараттар" урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең мөмкинлектәрен киңәйтә, урман янғындарын тиҙ арала асыҡларға һәм контролдә тоторға мөмкинлек бирә, шулай уҡ урман ҡануниәтен боҙоуға ҡаршы көрәштә мөһим роль уйнай.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урмандарҙы пилотһыҙ аппараттар һаҡлай
Урмандарҙы пилотһыҙ аппараттар һаҡлай

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урмандарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн заманса технологияларҙы әүҙем индерә. “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының (национальный проект "Беспилотные авиационные системы") “Ватан пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды дәртләндереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ведомство 2025 йылда “Геоскан 801” видеомониторингы өсөн 18 берәмек комплекс һатып алған. Пилотһыҙ һауа суднолары Росавиацияла теркәлгән һәм страховкаланған. Шулай итеп, Башҡортостан урмандарын һаҡлау өсөн файҙаланылған пилотһыҙ осоу аппараттарының дөйөм паркы хәҙер 31 аппаратты үҙ эсенә ала.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында тейешле белем алған урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә аппараттарҙы әүҙем ҡуллана.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас