Янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә уҙғарыла.
Бөгөнгө көндә урман янғынын һүндереүселәре ҡарамағында 351 берәмек махсус техника бар. Уны тулыһынса әҙерлек кимәленә еткерер өсөн автомобилдәрҙе һәм ҡорамалдарҙы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылғандан алып эш өҙлөкһөҙ алып барыла. Белгестәр машиналарҙың, тракторҙарҙың, шулай уҡ янғынға ҡаршы инвентарҙың төҙөклөгөн тикшерә.
– Бындай планлы модернизация кәрәк, сөнки ҡатмарлы шарттарҙа өҙлөкһөҙ эшләү – ул урмандарҙы янғынға ҡаршы һаҡлауҙың нигеҙе. Тап техниканың мобиллеге һәм ышаныслылығы хәүефкә оператив яуап бирергә, утты иртә стадияла һүндерергә һәм республиканың урман фондына зыянды кәметергә мөмкинлек бирә, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.