

Һүҙ Рәүәт һәм Олойылға ауылдары эргәһендәге ике участка тураһында бара. Юл эшселәре бында асфальт-бетон япмаһын яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙасаҡ. Эштәр көндәр яҡшырғас башлана.
Өфө — Инйәр — Белорет юлы – Башҡортостанда бик популяр туристик йүнәлеш. Ошо трасса буйлап Белорет, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хозур урындарына (Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына, «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына һәм башҡаларға) барып етергә мөмкин.
Юлдың ике участкаһында ремонт эштәрен 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Фото һәм сығанаҡ: Башинформ